Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Митинг в с.Верхний Тюкунь

Үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ тип юҡҡа ғына әйтелмәгән,хәтерҙән дә ҡәҙерле нәмә юҡ. Тыуған яғын яҡлап, беҙҙең яҡты киләсәк өсөн баштарын һалған яугирҙәргә иҫтәлек итеп төҙөлгән стелла янына йыйылдыҡ. Был изге сара сәскәләр һалыуҙан башланды. Бер минут тын ҡалып һуғыштарҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алдыҡ. Нәилә апай Ғүмәрова изге теләктәрен еткерҙе,Зәйтүнә апай Байғусҡарова атаһы тураһындағы хәтирәләре менән бүлеште. Уның Сталинград янында бик ҡаты яраланып, йәшәү менән үлем араһында көрәшеп,иҫән ҡалыуын тулҡынланып һөйләне. Һуғыш бер кемде лә аямай шул. Ауылдаштарым менән бергәләп аяҙ, тыныс күк йөҙө һәм Украина тарафтарындағы егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Ватанды Һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!!!