Праздничное мероприятие “Яҙ миҙгеле ҡатын-ҡыҙҙан башлана” в Верхнетюкуньском СК.
Бөгөн ауылыбыҙҙа “Яҙ миҙгеле ҡатын-ҡыҙҙан башлана” тип аталған байрам сараһы үткәрелде. Тәбиғәтебеҙ ҡырыҫлығын күрһәтеп буран сығып торһа ла береһенән-береһе матур апайҙарыбыҙ клубҡа ағылды. Ҡамышлы ауыл биләмәһе башлығы Биҡҡужин Ильгиз Вәкил улы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотланы, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттары тапшырҙы, сәскәләр бүләк итте. Күрше ауылдан килгән Үрге Төкөн ҡыҙы Гөлсиә апай әсәйҙәргә бағышланған шиғыры менән кисәне йәмләп башлап ебәрҙе. Онотолоп китеп тыңланыҡ. Миңнира апай Байғусҡарова, Миңнира Зәйнуллина, Альфира Әхмәтйәнова моңло йырҙарын бүләк итте. Ҡыҙҙарыбыҙ ике команда: Сәскәләр һәм Сирендәр һыу ташыу, нескә бил, ярышып йырлау, мода күрһәтеү кеүек конкурстарҙа көс һынашты. Төрлө тәмле ризыҡтарҙан әҙерләнгән мул табын артында байрам дауам итте. Бында ҡаҙылыҡ,урама, сәк-сәк, бөйөрөк, бәлештәр һәммәһе лә бар ине. Беҙҙең ҡатындар барыһы на ла оҫта бит ул. Йырҙар йырлап, шиғыр, көләмәстәр һөйләп күңел астыҡ. Килгән ҡунаҡтарға ҙур рәхмәт!!!