Беседа “Дети войны”
Үрге Төкөн ауылының алсаҡ, сабыр, күркәм холоҡло ағинәйҙәренең береһе Зәйнәб Көҫәпҡолова хаҡында һүҙем. 1938 йылдың 3 июнендә Ғафури районы Үҙбәк ауылында тыуған, уға дүрт кенә йәш булғанда ике һуғышта ҡатнашҡан атаһы вафат була. Әсәһе өс баланы яңғыҙы тәрбиәләй. Аслыҡ-яланғаслыҡ осоро, шулай ҙа Зәйнәб тырышып уҡый. Ауылда башланғыс мәктәпте тамамлағас, Оло Үтәш ауылына уҡырға барып өс класс белем ала, ә һуңынан Елем- Ҡаран мәктәбендә 8, 9 класты уҡый. Мәктәптә уҡығанда уҡ сөгөлдөр эшләшә, ә инде уҡыуҙы тамамлаған йәш ҡыҙ йәйен баҫыуҙа, ҡышын фермала – ең һыҙғанып эш башлай.
1958 йылда Кәшәф бабай менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Тыуған яҡҡа ҡайтып төпләнә йәштәр. 31 йыл ҡәйнәһе Ғәйниямал әбей менән бергә бик татыу йәшәйҙәр. “Ҡәйнәм йор һүҙле, эшсән булды,аҡыллы кәңәштәрен биреп, балалар ҡарашып, бәйләм бәйләп ултырҙы, ҙур рәхмәтлемен уға”, ти Зәйнәб әбей. Шулай колхозда сөгөлдөр үҫтерә, фермала һыйыр һауа, хаҡлы ялға сыҡҡас та, йәшелсә баҡсаһында хеҙмәт юлын дауам итә уңған әбей. Кәшәф бабай механизатор булып эшләй. Алты балаға ғүмер биреп, уҡытып, аяҡҡа баҫтыра улар. Балалары һәр береһе матур итеп донъя көтәләр. Тик тормош юлында кәртәләр ҙә осрай шул, 40 йыл бергә ғүмер кисергәндән һуң, Кәшәф бабай вафат була. Әлеге көндә Зәйнәб әбейҙең 11 ейән-ейәнсәре, 5 бүлә-бүләсәре бар! Бәхетле әсәй, оләсәй булып таҙалыҡта, тыныс тормошта,оҙон-оҙаҡ йәшәргә Хоҙай насип итһен!