Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Праздник в д. Верний Тюкунь

Бөгөн Үрге Төкөн ауылы клубында Наурыз байрамын үткәрҙек. Ауылдаштарым берҙәм, сара бик күңелле булды. Илшат Хәмитов йәһәт кенә усаҡ яғып ебәрҙе. Миңнира,Сәжиҙә, Фирҙәүсә апайҙар менән бергәләп былау бешерҙек. Ә былауҙың тәмлелеге!

Музыкаль яҡтан биҙәүсебеҙ:Вазих Биҡҡужин йырлатты ла,бейетте лә. Үҙенең моңло йырҙарын бүләк итте.Миңнира апай менән мин дә йырҙар йырланыҡ. Шулай йырлашып, бейешеп байрам иттек, теләктәр теләнек. Киләһе Наурызды тыныс тормошта ҡаршылайыҡ,илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, эштәребеҙ уң, табындарыбыҙ мул, ризыҡтарыбыҙ киң, барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ ,ә иң мөһиме әсәйҙәрҙең күҙ йәше түгелмәһен!