Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Год педагога и наставника

Год педагога и наставника.
Утякова Эльвира Тәҡиулла ҡыҙы 1971 йылдың 17 июлендә хозур тәбиғәтле Үрге Төкөн ауылында Миңзилә һәм Тәҡиулла Байғусҡаровтар ғаиләһендә донъяға килә.Ауылдағы башланғыс мәктәпте тамамлап, артабан Түбәнге Төкөн урта мәктәбендә белем ала.Мәктәпте тамамлағас үҙенең яҙмышын уҡытыусы һөнәренә бағышларға була һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Ошо һөнәренә тоғро ҡалып бына инде 30 йылдан ашыу балаларға белем бирә. Ә 13 йыл мәктәп директоры вазифаһын башҡара.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара.Тыуған телгә, республикабыҙға оло һөйөү тәрбиәләй, шуға күрә уның уҡыусылары ла төрлө конкурстарҙа ,олимпиадала ихлас ҡатнашып, призлы урындар яулай.Уның фиҙәкәр хеҙмәте район мәғариф бүлеге,Ҡырмыҫҡалы районы администрацияһы ,Башҡортостан мәғариф министрлығы маҡтау грамотаһы, рәхмәт хаттары менән баһаланды.Киләсәктә лә Эльвира Тәҡиулла ҡыҙына ҙур уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ, яңынан яңы үрҙәр яуларға яҙһын!