Торжественный митинг, посвящённый 78-ой годовщине Великой Победы
78 йыл Бөйөк еңеүгә лә,
Йылдар үтә,һыуҙай ағалар.
Еңеүселәр һаны илебеҙҙә
көндән-көнгә кәмеп баралар.
Ваҡыт уҙа ғүмерҙәрен алып,
Исемдәре ҡала таштарҙа.
Мәнге тере ҡалһын еңеүселәр
Үҙҙәренең тыуған яҡтарҙа.
Ваҡытында хөрмәт итмәһәк тә,
Онотмайык уларҙың ҡәҙерен.
Еңеү көнөн,йылда иҫкә алайыҡ,
Сәскәләргә биҙәп ҡәберҙәрен.
Бөгөн, 6 май стела янында Бөйөк еңеүҙең 78 йылына арналған митинг үтте. Ауыл хакимиәте башлығы Биккузин Ильгиз Вәкил улы барыһында ҡотлап байрамды башлап ебәрҙе. Мәктәп балалары артабан дауам итте. Байрамға килгән ҡунаҡтар араһында һуғыш осоро балалары үҙҙәренең ауыр тормош үтеүҙәре тураһында һөйләп киттеләр.