Акция “Маскировочные сети”
Үрге Төкөн ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына ярҙам итеүен дауам итә.Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары йыйылып тиҙ арала маскировка селтәре яһаны. Ғәзим ағай еп те үреп ултыртып бирҙе.Хәҙер ҡул өйрәнде, тағы ла эшләйбеҙ, тик һуғыш булмаһын, туҡтаһын, барыһы ла иҫән-һау ғына булһын, тип изге теләктәр теләнек. Шулай уҡ ауыл халҡы һалдаттарға посылкалар әҙерләп ебәрергә лә үҙ өлөшөн индерҙе.