Тематическая беседа “Родной язык-башкирский”
“Туған телем -башҡорт теле! ” – тип исемләнгән һөйләшеү булды.
Халыҡта “Иң татлы тел – туған тел, әсәм һөйләп торған тел” тигән мәҡәл бар. Баланы телгә иң ғәзиз кешеһе – әсәһе башлап өйрәтә.
Минең туған телем – башҡорт теле. Минең телем мең-мең йылдар аша, һис бер тарих һынауҙарына бирешмәй ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткәрә.
“Бабайҙарҙан, əсəйемдəн алған –
Ғүмер буйы тапҡан милкемде,
Улым, ҡыҙым, һеҙгə ҡалдырамын
Бөйөк мираҫ – туған телемде.” – тип башҡорт шағиры Р.Мифтахов юҡҡа ғына әйтмәгән.Һеҙҙең иғтибарға Байғусҡарова Миләүшә Ихсан ҡыҙының шиғырын тәҡдим итәм..