Урок мужества “Герои нашей деревни”
Батырлыҡ дәресе “Ауылымдың батырҙары.”
Украиналағы махсус хәрби операцияла ауылыбыҙҙан ике ҡыйыу егеттәребеҙ ҡатнаша.Береһе мобилизацияның тәүге көндәренән үк саҡырыу ҡағыҙы алып юлланһа , икенсеһе эше буйынса һуғышта ҡатнаша.
Бәләкәйҙән улар дуҫ булып бергә уйнап үҫтеләр.Йәй көнө һыу инеп, балыҡ тотоп, футбол уйнаһалар, ҡышын- хоккей – яратҡан уйындарының береһе булды. Күрше ауылдар менән ярыш ойошторалар ине.Мәктәптә уҡыған осорҙа ауыл һәм район масштабында үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашыусылар булдылар.Шәп егеттәр шиғыр һөйләргә лә, ҡурайҙа ла һыҙҙырырға оҫталар.
Беҙ ныҡлы ышанабыҙ ошондай батыр йөрәкле , ҡыйыу егеттәребеҙ барҙа ҡурҡыныс янамай.Тыуған илен, ерен һаҡлап ил һағына баҫҡан егеттәребеҙгә мең тапҡыр рәхмәтлебеҙ, иҫән-имен генә булһындар! Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайҡан саҡта егеттәр менән әңгәмәләштем.Икеһе лә еңеү менән ҡайтҡас осрашыу үткәрербеҙ,әлегә беҙгә дошманды еңергә кәрәк, тинеләр. Эйе, осрашырбыҙ Алла бойорһа, иҫән -һау әйләнеп ҡайтһындар, ата- әсәләренә сабырлыҡ, түҙемлек бирһен!Беҙ ҙә уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итербеҙ!