Торжественный митинг в д. Верхний Тюкунь
6 майҙа Үрге Төкөн ауылында Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған митинг уҙғарылды.Еңеү көнө барыбыҙ өсөн дә изге көн,илебеҙҙе һәм донъяны фашизмдан һаҡлаған совет халҡының ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ байрамы.Беҙ Тыуған ил хаҡына ғүмерҙәрен биргән яугирҙәр алдында баш эйәбеҙ.Бер ҡайтмаһаҡ,бер ҡайтырбыҙ, тип китһәләр ҙә,ауылдаштарыбыҙҙың күбеһе яу ҡырында мәңгелеккә ятып ҡалды,күбеһе ҡайтҡас вафат булды.Тыуған ерҙәре өсөн башын һалған был батырҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.Ветерандарға,тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш осоро балаларына ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.
Бөйөк Еңеү байрамы менән дуҫтар!
Әлеге мәлдә Рәсәйҙең батыр улдары йәнә ил һағына баҫты.Фашизмды тар- мар итеү көнөн яҡынайтабыҙ. “Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!”