Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Праздник “В мире детства” в Вернетюкуньском СК

Йәйҙең тәүге көнөндә балаларҙы яҡлау көнө үткәрелеүе бик ҡыуаныслы. Үрге Төкөн ауылы клубында бөгөн “Баласаҡ илендә “тип аталған сара үтте. Шау-гөр килде балалар, уларға ҡушылды ололар. Бөгөн һеҙҙең байрам, беҙҙең байрам, барыбыҙҙың да байрам!

Эй, бала саҡ, бала саҡ,
Бер ҡайғыһыҙ, ғәмһеҙ саҡ.
Атай янда, әсәй янда,
Уйһыҙ һәм бәхетле саҡ.

Эй бала саҡ, бала саҡ,
Иркәле саҡ, наҙлы саҡ.
Шатлыҡтарҙан һауаларҙа
Ҡанатһыҙ ҙа осҡан саҡ.

Эй бала саҡ, бала саҡ,
Иң сәскәле, нурлы саҡ.
Һағынып та ғүмер буйы
Иҫтән сыҡмай торған саҡ.
Мәңгелеккә онотолмай
Үҙенә тартып торған яҡ.
(Ниязова Рәйлә)