Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Викторина “Салават Юлаев”

Үрге Төкөн ауылы клубында Салауат Юлай улына арналған викторина үткәрелде. Геройыбыҙға бағышланған шиғырҙар яңғыраны.

Тормошо, биографияһы тураһында һорауҙарға яуаптар бирҙеләр. Сарабыҙ балалар һәм ололар өсөн дә фәһемле лә ,ҡыҙыҡлы ла булды.

Заманалар булған элгәре,

Булған илдең батур улдары.

Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,

Бөтә ғәләм белгән уларҙы.

Ғүмер буйы йөрөп яуҙарҙа,

Йыйған улар һанһыҙ дуҫтарҙы.

Еңгән улар бик күп батырҙарҙы,

Ҡырған улар һанһыҙ дошманды.

Ҡурмғандар сихырсынан,

Аждаһалай уҫал яуыздан,

Ен-пәрейҙәр мәкер- хәйләнән,

Йылан сәсә торған ағыуҙан.

Рухым күтәрелде минең дә,

Эйәрләнем мин дә атымды.

Дошман сафын тар-мар итергә

Изге яуға уҡтай атылдым.

Мин ҡыйраттым дошман сафтарын,

Өс йөҙ дошман һөжүм иттеләр,

Бик күптәре аяҡ аҫтында

Кәүҙәләрен тупраҡ иттеләр.

Яуыз дошман яуы эсенән

Атым алып сыҡтым аҡланға

Аҡландағы йылға ситендә

Ултырып тәсбих әйтеп аллаға,

изге яуға тағы барам мин,

Азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин. Салауат Юлай улы шиғыры.