Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Вечер памяти Лейлы Гильметдиновны Фаизовой

24 июндә Үрге Төкөн ауылы клубында мәғариф уҙаманы ярты быуатҡа яҡын ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған бөтә ауыл халҡының да тиәрлек беренсе уҡытыусыһы булған Ләйлә Ғилметдин ҡыҙы Фәизованың хәтер кисәһе булып үтте.Уның яҡты иҫтәлегенә йортона таҡтаташ ҡуйылды.
Был мөһим сараға уҡытыусыбыҙҙың балалары, бер осорҙа эшләгән мәғариф уҙамандары һәм уҡыусылары килде. Зал шығырым тулы ине.Кисәне Ҡамышлы ауыл хакимиәте башлығы Ильгиз Вәкил улы Биҡҡужин асты .Ләйлә апаның биографияһы һәм тормош юлы менән күршеһе Раҡыя Шәкирйән ҡыҙы таныштырып үтте.Райондан килгән ҡунаҡ Эльза Абдулхаҡ ҡыҙы Саттарова яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.Артабан һүҙҙе бер осорҙа эшләгән уҡытыусы уҙаман Флүзә Ғәни ҡыҙына бирҙек. Әлфиә Рәшит ҡыҙы ла тик йылы мөнәсәбәт һәм яҡшы һүҙҙәр һөйләне. Бергә иңгә-иң терәшеп эшләгән Кәфиә апаның ҡыҙы Финә Мехәмәт ҡыҙының килеүе сарабыҙға ҙур мәртәбә өҫтәне.Шунан инде уҡыусыларына сират етте.Тәүге уҡытыусыһына бағышлап шиғырҙар ҙа ижад иткәндәр.
ТӘҮГЕ УҠЫТЫУСЫМА
Ғүмеремдә минең тәүге тапҡыр
Асҡан саҡта мәктәп ишеген,
Ҡаршы алды мине, уҡытыусым,
Ләлә апа ине исемен.

Алып керҙең белем донъяһына
Ҡулдарымдан минең етәкләп,
Ете йәшлек кескәй ҡыҙ балаға
Хәреф өйрәттен һин бөртөкләп.

Астын беҙгә алтын асҡыс менән
Шул донъяның бөтмәҫ серҙәрен,
Яҡынайтып белем донъяһының
Атлап барып етмәҫ ерҙәрен.

Йүгергәйнек һеҙҙе ҡаршыларға
Мәктәп юлы буйлап һәр иртә,
Беҙ, ҡыҙҙарға бәхет булды
Сумкағыҙҙы тотоп килергә.

Шул ваҡытҡа инде күпме йылдар үткән,
Беҙ үҙҽбҽҙ хәҙер әсәй- өләсәйҙәр,
Йылдар аша инде һағындыра
Тыуған мәктәп, тәүге уҡытыусыбыҙ.
Был шиғыр Гөлсиә Гәрәй ҡыҙы Биҡҡужинаныҡы.

Белем донъяһына
Уҡытыусым күҙ нурҙарын
һалған минең дәфтәргә.
Шаҡмаҡ юлдар ҡыйыҡ – мыйыҡ
һандарым ауған ситкә.

Мин үҙемсә насар яҙҙым
буяп ҡуйҙым яҙыуҙы..
Уҡытыусым маҡтай бирә
кәкере-бөкөре яҙмамды.

Ышанысым арта ғына
осам бейеек ҡаяға!
Дәфтәремдең һәр йөйөнән
ағыла нурлы донъя.

Йылдар үтер, яҙмаларым
һырланып матурланыр.
Үҫеп етеп, тормош атым
үҙ ағышына ағыр…

Тәү уҡытҡан уҡытыусым
күңелем түрҙәрендә.
Бәп-бәләкәс йөрәгемә
һөйөү һалған мәлендә.

Эскерһеҙ ҙә күңелемә
һыйҙырған белем тәмен.
Һис йәлләмәй нурҙар һипкән
ҡеүәтләп уҡыусыһын.
Ә быныһын класташым Римма Саньярова яҙған.
.Беренсе уҡытыусыһы тураһында Эльвира Тәҡиулла ҡыҙы ,Фирҙәүсә Шәкирйән ҡыҙы, Миңнира Минһаж ҡыҙы ,Минислам Ғәлим улы матур ҙа, яҡты ла, ҡыҙыҡлы ла хәтирәләре менән бүлеште. Һәр береһе Ләйлә Ғилметдин ҡыҙының ысын уҡытыусы булыуын, ошо ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәрҙең оҫтаһы, уҡыусыларҙың ғына түгел, укытыусыларҙың да остазы булғанын иҫбат итте.
Ләйлә Ғилметдин ҡыҙының балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре лә бихисап. Улар араһында ғөмүмән, уҡытыусы һөнәрен һайлауҙары ла оло бер ҡыуаныс бит. Фәнис улы йырға көйҙәр ҙә яҙа. Үҙенең ижадташ дуҫтары менән “Ауыл ҡапҡаһы ” ,”Әсәйемә” йырын башҡарҙылар.
Уҡытыусы һәм остаз йылында был сараға килгән уҡытыусыларҙы ла ихтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырыштыҡ, бар халыҡ исеменән Ильгиз Вәкил улы гөлләмәләр бүләк итте. Оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгәндәргә лә бәләкәй генә бүләк тапшырҙыҡ. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә генә Римма Саньярова Ғәлиәхмәтованың тәүге китабы донъя күрҙе. Үҙенең ижад емештәрен, китаптарын бүләк итте.
Имза Биктимировтың сихри ҡурай моңдары ,моңло йырҙары халыҡ күңеленә хуш килде.Ә Гөлсиә Биҡҡужинаның “Әсәйем сирләгәндә” тип аталған М.Кәримдең шиғырын һөйләгәндә һәр кемдең күҙенә йәш тулғандыр…
Сара аҙағында ауылыбыҙҙың “Мәләш” фольклор коллективы ағзалары тарафынан әҙерләнгән матур концерт программаһы тәҡдим ителде.
Үҙе гармунсы, үҙе йырсы Вазих Биҡҡужиндың, Эльвира Хәлимованың, Миңнира Зәйнуллинаның сығыштарын халыҡ көслө алҡыштар менән алҡышланы.
Артабан сарабыҙ Ләйлә апаның йорто алдында дауам итте. Ауыл имамы Урал Ғүмәров тарафынан уның рухына аят уҡылды. Таҡтаташты асҡас, ҡунаҡтарҙы йорт алдында әҙерләнгән мул табынлы өҫтәл, тәмле былау һәм самауыр сәйе көтә ине.
Ошо сарала ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарыма, килгән ҡунаҡтарға, Ләйлә апаның балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә оло рәхмәтемде белдерәм.Тәүге уҡытыусым Ләйлә апам тыныс ятһын, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне ожмах түрҙәрендә булһын!!!
Тәүге уҡытыусым әсәйемдәй яҡын
Аң- белемгә беҙҙе өйрәттең.
Ҡайнар йөрәк хисен бирҙең беҙҙең өсөн,
Ҙур тормошҡа юлдар күрһәттең.