Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Встреча воинов-ветеранов в д. Верхний Тюкунь

1июль -хәрби бурысын үтәгәндә ҡыҙыу нөктәләрҙә булған ветерандар көнө. Бөгөн Үрге Төкөн ауылында ил һағында хәрби бурысын үтәгәндә төрлө һуғыштарҙа ҡатнашҡан, ҡыҙыу нөктәләрҙә булған ветеран егеттәребеҙҙең осрашыуы булды. Һәр кемдең дә изге бурысы: егеттәр сәскә, венок һалды, стела янында бер минутлыҡ тынлыҡ урынлашты… Бер кем дә онотолмай! Төрлө һуғыштарҙа ҡатнашҡан Афғанистан, Чечняла, Сирияла һәм башҡа ерҙәге һуғыш ветерандары йыйылған ине. Сик буйы һаҡсыларының ветераны, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондарының хәрби туғанлык ойошмаһының етәксеһе Биҡҡужин Финат Рим улы ветерандарҙы ҡотланы һәм беҙҙең арала инде булмаған хәрбиҙәрҙе изге һүҙҙәр менән генә иҫкә алды һәм әлеге ваҡытта хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә иҫән -һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Бер ғәиләнән дүрт малай Биҡҡужин Хәйретдин ағай менән Сәжиҙә апайҙың улдарын: Азамат, Салауат, Ильгиз, Ингель Биҡҡужиндарҙы маҡтап телгә алды. Улар дүртеһе лә ҡыҙыу нөктәләрҙә булған. Ошо тантаналы көндә ауылдан Хәлимов Фәриткә, Азамат һәм Ильгиз Биҡҡужиндарға миҙал тапшырылды. Мулла Сәйфетдин ағай һәләк булғандарға аят уҡыны, иҫәндәргә изге юлдар, таҙалыҡ, донъялар тыныслығын теләне. Был изге сара аҙағында Эльвира Хәлимованын йыры һағышландырһа, бергәләп йырлаған йырыбыҙ “Шаймуратов генерал” һәммәбеҙгә рухи дәрт, дарман өҫтәне.