Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Беседа “Историческая память и духовные ценности башкир”

Бөгөн Үрге Төкөн ауылы клубында һөйләшеү үткәрҙек : “Башҡорттарҙың тарихи хәтере һәм рухи ҡиммәттәре”. «Урал батыр» эпосы — үҙенсәлекле тормош энциклопедияһы, боронғо башҡорттарҙың рухи, мәҙәни ҡиммәттәре һәм ғәҙәти ышаныуҙары хаҡында ата-бабалар тарихы.
Әхмәтзәки Вәлиди фекеренсә, кеше тарихты өйрәнгән саҡта үткәнде һәм үҙ мөхитен генә түгел, үҙенең кеше булараҡ асылын һәм йәмғиәттең айышын, тағы башҡа яҡтарҙы яҡшыраҡ аңлай башлай. Тарих беҙгә хәҙерге тормоштоң эҙемтәләре, һөҙөмтәһе икәнен асыҡлаша, хатта киләсәкте күҙалларға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, дөйөм тарих үҙенең ысулдары ярҙамында социология һәм иҡтисади тарих кеүек яңы махсус фән тармаҡтарының барлыҡҡа килеүендә бер сәбәпсе булып әүерелде, тәбиғәт фәндәренең бәғзе бер ауыр мәсьәләләрен хәл итешеүҙә булышлығы тейә.