Познавательная программа “В гостях у пчелы”
Бөгөн беҙ ҡунаҡҡа бал ҡортон саҡырҙыҡ, балаларға бал ҡортоноң егәрлелеге, уңғанлылығы тураһында һөйләнем.Башҡорт халҡының ғөрөф -ғәҙәттәрен тотоп Үрге Төкөн ауылында умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр артҡандан арта.Аллаға шөкөр! Бына кисә үҙем иптәшем менән умарталыҡҡа барып ҡорттарға профилактик сара үткәрҙек.
Бик эшсән бер халыҡ
Беҙгә бирә татлы аҙыҡ,
Сәскәләрҙән һут йыя,
Матур кәрәҙҙәр ҡоя.
Кәрәҙҙәрен мөлдөрәмә
Балға тултырып ҡуя.
Баҡсала ғына йорто,
Ә исеме – …бал ҡорто.Нимә ул ҡортсолоҡ? Һөнәрме ул әллә хоббимы? Ул, барыһынан да элек, бал ҡорттарын яратыу. “Бал ҡортолай егәрле”, “Балы татлы, эше ҡаты” йәки “Бал ҡортоноң балы бар, бал-ға хәтле наҙы бар” ти халыҡ әйтемдәре. Шулай итеп, умартасы үҙе лә бал ҡорто кеүек эшсән һәм тырыш булырға тейеш, сөнки улар ялҡаулыҡты яратмай. Умартасы булыу – ул ҙур хеҙмәт тә, оло кинәнес тә. Тотошлайы менән үҙенә тартып алған шөғөл өҫтәмә килем һәм һаулыҡ та өҫтәй. “Ҡортсолар – оҙон ғүмерлеләр” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер.
Башҡортостанда бал тәм биреү варианттарына бай. Дала, тау сорттары ла бар. Ҡорттар балды болон, урман сәскәләренән, төрлө үләндәрҙән йыя. Башҡорт балының иң популяр төрҙәре булып сәскә, ҡарабойҙай һәм йүкә балы иҫәпләнә.
Башҡорт сәскә балында витаминдар күп – бөтәһе 40-тан ашыу микроэлемент бар. Бындай бай состав бер нисә үҫемлектең: мәтрүшкә, әлморон, һары мәтрүшкә, шалфей, кейәү үләне (ҡанүлән), яҙғы умырзая һәм Альп астраһы һеркәһе ярҙамында килеп сыға. Ул нервы системаһын тынысландыра, кәйефте яҡшырта, йоҡоһоҙлоҡтан ҡотҡара, матдәләр алмашыныуын яҡшырта һәм иммунитетты күтәрә.
Йүкә балы бик файҙалы. Тап уның туҡлыҡлылыҡ үҙенсәлектәре арҡа-һында был сорт “Мир” орбита станцияһында космонавтарҙың көндәлек рационына индерелгән. Йүкә балы – элиталы сорттар иҫәбенә инә. Ул һалҡын тейгәндә сир менән бик яҡшы көрәшә, йөрәкте нығыта һәм аш һеңдереүҙе яйға һалырға ярҙам итә.
Ҡарабойҙай балы – ҡара төҫтәге сорт, тәме буйынса ул әсе шоколадты хәтерләтә. Ул тамаҡты бер аҙ ҡурып, ауыҙҙы бөрөштөрөүе менән айырылып тора. Гастрит, аҙ ҡанлылыҡ, тын юлдары ауырыуҙарын дауалау өсөн файҙалы. Организмдан радионуклидтар сығарырға һәм сәләмәт күҙәнәктәрҙе тергеҙергә ярҙам итә.