Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Праздник молока в д. Верхний Тюкунь

Үрге Төкөн ауылында 23 сентябрҙә Һөт байрамы үтте.Кеше күңелендә иң ҙур урын биләгән мәңгелек ҡиммәттәрҙең береһе ул-тыуған ер!Ниндәй генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан ,сабый баламы ул,сәстәренә сал төшкән әбей- бабаймы һәр кем тәпәй баҫҡан, кендек ҡаны тамған ере хаҡындағы иң изге йылы тойғоларҙы йөрәк түрендә һаҡлай.”Һыйлы көнөң һыйырҙа” тип аталған Һөт байрамы уҙғарған Үрге Төкөн ауылы халҡы ла тыуған тупрағынан бөтмәҫ көс, дәрт алып ғүмер итә.
Ауылда һәр кем тырышып донъя көтә, күпләп мал- тыуар, кәзә-һарыҡ,ҡош-ҡорт аҫырай.Хатта оло йәштәгеләр ҙә һөт аҡ тан айырылмай ,һыйыр йә кәзә тота.Әйткәндәй беҙҙең ауыл бәләкәй генә булһа ла ,шәхси хужалыҡтарҙа күпләп мал тотоусыларҙан һанала.Шулай, ауыл халҡы мал аҙығы әҙерләп ,һөт- май етештереп,үҙенән артҡанын һатып көн күрә.Был байрамдың маҡсаты ла мотлаҡ ауылда йәшәп мал тотоп, һөттән килем алып та булыуын ,йәштәрҙе ауыл һөтөнә ылыҡтырыу ,уның файҙалы икәнен күрһәтеү, боронғо йолаларҙы тергеҙеү, ауылымдың уңғанлығын, оҫталығын ,йомартлығын,шөғөлөн күрһәтеү.
Был сараны хөрмәтләп Ҡырмыҫҡалы район хәкимәте башлығы Әльфир Фәрхәт улы Сабиров ,иҡтисад бүлеге башлығы Рәсил Ғаяз улы Исламов Ҡамышлы ауыл хакимиәте башлығы Ильгиз Вәкил улы Биҡҡужин килде .Беренсе һүҙҙе Әльфир Фәрхәт улы Сабировҡа бирҙек. Мин бик шат ,районыбыҙ ауылдарында береһенән береһе матур байрамдар ойошторола .Тимәк ауылдар әле йәшәй һәм йәшәсәк,тине Ә. Сабиров. Һуңынан ауылдың иңгә- иң терәшеп оҙаҡ йылдар парлы ғүмер иткән ғәиләләрен бүләкләп үтте. .Артабан Ҡамышлы ауыл хәкимиәте башлығы Ильгиз Вәкил улы Биҡҡужинға һүҙ бирелде.Ул да ауыл халҡын ,ҡунаҡтарҙы сәләмләп ,юбилярҙарҙы ҡотланы.
“Мәләш” фольклор төркөмө ыуыҙ ҡоймағы менән күршеләрҙе һыйлау йолаһын күрһәтеп башлап ебәрҙе. Артабан сәхнәгә бер-бер артлы ауылыбыҙҙың таланттары сыҡты.Һәр бер сығышты халыҡ көслө алҡыштар менән алҡышланы .Бигерәк тә Вазих Биҡҡужин, Эльвира Хәлимова, Гөлнар Вәғизова, Ильгиз Биҡҡужиндың ,Миңнира Зәйнуллинаның йырҙары, айырыуса “Мәләш “төркөмө ағзалары: Байғусҡарова Зәлиә, Биҡҡужина Фәүзәнә ,Көҫәпҡолова Фирҙәүсә ,Биҡҡужина Фатима ,Зәйнуллина Миңнира,Һөйөндөкова Рәмзиә башҡарыуындағы “һауынсылар бейеүе” халыҡҡа бик оҡшаны.
Йөрәк һүҙе -2023 конкурсанты Гөлсиә Биҡҡужинаның, Миләушә Байғусҡарованың һәм үҙе яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттергән Гөлнара Иҫәнғолованы халыҡ йотлоғоп тыңланы. Ә ҡунаҡҡа ҡайтҡан Азалия Рамазанованың өҙҙөрөп бейеүҙәре халыҡ күңеленә хуш килде һәм музыкаль яҡтан биҙәүсе егетебеҙ Дамир Ишембаевтың йырҙарын халыҡ дәррәү алҡышланы .Башынан аҙағынаса “Мәләш ” фольклор төркөмө үҙенең йырҙарын бүләк итте.Ә Һәүәләйҙән килгән ҡунаҡтар ферма тураһында скетч ҡуйып ихлас көлдөрҙө.
Байрамға ҡуйылған күргәҙмәлә нимә генә юҡ ине,ҡайыған, сигелгән,
бәйләнгән ҡул эштәре, аҫалы балаҫ, таҫтамал, ултырғыс япмалары, мендәр тыштары һәм башҡалар.Төрлө әкиәт геройҙары эшләүсе оҫта ҡуллы Рима Биктимерованың һындарын күреп бар халыҡ һоҡланды ,Айһылыу Байғусҡарованың картиналары иҫ киткес үҙе бер мөғжизә бит! Ә һөт ризыҡтарына килгәндә инде,бында барыһы ла бар ине һөт, ҡымыҙ, ҡатыҡ, ҡорот, йогурт, сыр,аҡ май, һары май, сейәле май, айран, шәкәр ,һөҙмә.Ауыл халҡы мул һыйлы сәй табыны ла әҙерләне, табын артында йүгереп ҡунаҡ һыйлаусы ҡыҙҙарҙы ла әйтмәй булмай, Ғүмәрова Мөнирәгә, Байғусҡарова Флүзәгә, Көҫәпҡолова Әлфиәгә, Йомағолова Миңлегөлгә Байғусҡарова Зәйтүнәгә ,тәмле былау бешергән Фәрит Йомағоловҡа ҙур рәхмәт. Халыҡ ты ҡаршы алған һыйыр менән үгеҙ Зәлиә һәм ҡыҙы Лилиәнең ижады. Ғөмүмән ,бар халыҡ тырышты ,һәр береһе үҙ өлөшөн керетте.Ошо сараны үткәрергә ярҙам иткән барлыҡ ауылдаштарыма ҙур рәхмәт.