Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Беседа, посвящённая Дню отца

Үрге Төкөн ауыл клубында Атайҙар көнөнә арналған әңгәмә булды. Атайҙан күргән уҡ юнған, әсәйҙән күргән тун бескән, ти халыҡ мәҡәле лә. Ғаиләлә атайҙарҙың роле, атайҙарҙың кәрәклеге тураһында һөйләштек. Атай-олатайҙарҙан күреп үҫтек ,ең һыҙғанып эшләп йәшәргә, тип йырҙа ла юҡҡа йырланмайҙыр. Атайҙарҙан өлгө алып, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, тормошта үҙ урындарын табып, булдыҡлы ,уңған ,батыр ил улдары булһындар егеттәребеҙ!
Бына ул беҙҙең ауыл атайҙары!!!Бөгөн Атайҙар көнө!🎊🎉 Матур байрам менән барлыҡ атайҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле мул тормош, ғаилә именлеге эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Балаларығыҙға өлгөлө атай, ғаиләгеҙгә ныҡлы терәк булып, бәхеттә – шатлыҡта оҙон – оҙаҡ йәшәргә насип итһен! 🍂🍁🍂
🍂🍁🍂 Балаларыбыҙ атай наҙын тойоп иркәләнеп үҫһендәр. Ошондай ғаиләм тип, балалары өсөн йән атып торған яҡшы, аҡыллы атайҙар күберәк булһын!!! 🙏🙏🙏