Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Концерт “В одном возрасте, в одной старости”

Бөгөн Үрге Төкөн ауылы клубында “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта!”тип Ололар көнөнә арналған байрам сараһы үтте. Ололарҙы байрам менән район гәзите “Кармаскалинская новь” тан Әлфиә Әхмәдуллина ҡотланы. Байрамға килгән әбей-бабайҙарға ,апай-еңгәйҙәргә ныҡлы һаулыҡ,оҙон ғүмер теләне .Артабан ололарҙы тәбрикләп ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Эльвира Хәлимова сығыш яһаны.
“Мәләш” фольклор коллективы тамашасыларға дәртле йырҙарын бүләк итһә, Миңнира Зәйнуллина, Вазих Биҡҡужин ,Эльвира Хәлимова башҡарыуында моңло йырҙар яңғыраны..”Мәләш “коллективы башҡарыуындағы бейеү, айырыуса Лилиә Байғусҡарованың бейеүе бигерәк тә оҡшаны. Концерттан һуң тәм -томдар менән сәй эсеү ойошторолдо. Табын артында күңелле йырҙар ,бейеү ,нәфис һүҙҙәр һөйләп байрам дауам итте.
Ҡартаямы ни ул йөрәк,
Маңлайҙар һырланһа ла .
Үтте йәшлек ,йүләрлек,- тип
Йырҙарҙа йырланһа ла.