Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Праздничный концерт “Мамы – украшение жизни”

Үрге Төкөн ауыл клубында “Әсәләр -тормош биҙәге” тигән донъялағы иң ҡәҙерле, иң ғәзиз, иң яғымлы әсәләргә бағышланған байрам концерты булды. Әсәләрҙе ҡотлап ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Эльвира Хәлимова сығыш яһаны. Матур шиғыр юлдарын да уҡып ишеттерҙе әсәйҙәргә. Ҡамышлы ауыл биләмәһе башлығы Ильгиз Вәкил улы әсәйҙәргә йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Сажида Байғусҡарова менән мин концертты асып ебәрҙек. Миннира Зәйнуллина, Эльвира Хәлимова, Зәлиә Байғусҡарова, Фәүзәнә Биҡҡужина, Вазих Биҡҡужиндың моңло йырҙары, “Мәләш” фольклор ансамбленың сығышы, Сурбаева Райхана апайҙың әбей булып хат яҙыуы ,Һөйөндөкова Рәмзиәнең “Бишбармаҡ” бейеүе, ә Зәлиә менән Дания апаның “Татар” бейеүе, алҡыштарға күмелде, ә Сажидә Байғусҡарова менән Ғәҙелшина Данияның театрлаштырған тамашаһы инде халыҡты ихлас көлдөрөп тә алды.Иң изге теләктәр менән Вазих Биҡҡужиндың әсәһенә, яуҙа йөрөгән улы исеменән Сажиҙә апаға сәскәләр бүләк итеүе, хатта илатты. Концерт тамамланғас сәй эстек тәмлекәстәр менән, әсәйҙәр үҙҙәре бешеренеп килделәр. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!