Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Обряд “Ҡаҙ өмә”

Көндәр һалҡынайтыу менән ауылда өмәләр башланды. Үрге Төкөн ауылында ла күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар, һәр йортта өмәләр гөрләп үтә. Шәмбе көндө Ғәли менән Зәйтүнә Байғусҡаровтар ҡаҙ һуйҙы. Йылда күпләп ҡаҙ-өйрәк тоталар улар. Бына быйыл да туғандары, күршеләре, балалары ярҙамға килделәр. Һә тигәнсе, утыҙ ҡаҙҙы эшкәртеп тә ҡуйҙылар. Берҙәм дә ,уңғанда да ауылдаштарым, афарин!

Йәкшәмбелә тағы бер йорт гөж килде. Фәнис һәм Райхана Сурбаевтарҙа өмә булды. Улар ҙа йыл һайын ҡаҙ-өйрәк үҫтереп, һуялар. Быйыл 25 ҡаҙ,10 өйрәк үҫтергәндәр. Был көндө ауыл гөрләп торҙо. “Мәләш” фольклор ансамбле ҡыҙҙары бик тиҙ генә ҡаҙҙарҙы йолҡоп, эшкәртеп, эс- баштарын таҙарттылар ҙа, күл буйына сайҡарға алып барҙылар. Гармунсыбыҙ дәртле көйҙәр уйнап, ҡыҙҙарға эшләргә йәнлелек өҫтәне. Көйәнтәләргә ҡаҙҙар элеп, гармун моңдарына ҡушылып “Ҡаҙ ҡанаты”н йырлап, күл буйҙарына барыуҙары үҙе ни тора! Матур теләктәр теләп, ҡаҙ ҡанатын юл буйлап һибеп сыҡтыҡ.Был да йола буйынса эшләнде. Ата -бабаларҙан ҡалған йолаларҙы тергеҙеү маҡсаты менән “Ҡаҙ өмә” һен ойошторҙоҡ. Бергәләшеп, берләшеп эшләүгә, йәшәүгә ни етә! Өмәлә ҡатнашҡан ауылдаштарыма ҙур рәхмәт!