Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Праздник у Ёлки

Бөгөн Үрге Төкөн ауылында шыршы янында байрам ойошторҙоҡ. Матур итеп биҙәлгән шыршы ,ҡарҙан эшләнгән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм йыл символы Аждаһалар ҡаршы алды халыҡты. “Мәләш” ансамбле коллективы маскарад кейемдәре кейеп килделәр. Тик Ҡыш бабай күренмәй бит әле. Оҙаҡ та көттөрмәне ул, ҡараһаҡ Ҡыш бабайҙар аэросанала елдерәләр.Ҡыш бабай килгәс, эй шатландыҡ, матур теләктәр теләнек ,шиғырҙар һөйләп, йырҙар ҙа йырланыҡ, ә Ҡыш бабай беҙгә тәмле күстәнәстәр таратты! Ҡарһылыу уға ярҙам итте. Шыршы тирәләй әйлән- бәйлән әйләндек.Һый менән тулы өҫтәлдә ҡайнар самауыр сәйе эсеп йылынып та алырға булды. Самауыр ҡайнатҡан Рима еңгәм менән Фәүзәнә апайыма һәм тәмле бәлеш ,бауырһаҡ, ҡоймаҡ,бөйөрөк, кекс,пицца бешереп килтергән апайҙарыма бик ҙур рәхмәт!!!Афарин ,ауылдаштарым, беҙ бергә, беҙ берҙәм!
Ҡыш бабай ға Лилиә матур итеп хат яҙған ине,ә Ҡыш бабай уға бер юлы бүләген дә алып килгән. Был хәбәрҙе “Дәирәләр “еткергәс, айырыуса шатландыҡ! Бына ниндәй йомарт ул Ҡыш бабай! Ә һеҙ хат яҙҙығыҙмы, Ҡыш бабай һеҙгә лә килер, Яңы йылда бар теләктәр ҙә тормошҡа аша бит ул!