Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Выставка “Прощай Новый год”

Бөгөн Үрге Төкөн ауылында “Хуш киләһең Яңы йыл!” тигән кисә уҙғарылды. Кисәбеҙҙе башлап “Мәләш ” ансамбле театраллаштырылған тамаша ҡуйҙы. Мәскәй әбей үҙенең дуҫтары менән байрамды боҙорға уйлаған ине, барып сыҡманы, алдашыу тотолдо, ярай ваҡытында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп керҙе.Яңы йылдың хужаһы Аждаһаны ҡаршы алдыҡ! Ул киләһе йылда беҙгә тик уңыштар, һаулыҡ ,бәхет теләне, иң мөһиме тыныслыҡ булһын!
Ҡамышлы ауыл хәҡимиәте башлығы Ильгиз Вәкил улы Биҡҡужин Үргетөкөнлеләрҙе етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап , иң изге теләктәрен еткерҙе һәм ауылыбыҙҙың иң әүҙем ,йыл буйына ярҙам иткәндәрҙе билдәләп ,бүләкләп үттек. Иғәнәселәребеҙ Түбәнге Төкөн КФХ “Ҡормаева”,КФХ “Байраз”, Саньярова Римма Рәмил ҡыҙына ,Байғусҡарова Флүзә Рауил ҡыҙына, Хәмитов Илшат Минислам улына- һеҙгә бик ҙур рәхмәт, Аллаһы тәғәлә һаулыҡтан айырмаһын. Римма Рәмил ҡыҙы клубҡа микротулҡынлы мейес бүләк итте!!!
Артабан концерт дауам итте.”Мәләш “ансамбле матур йырҙар йырлап дәртләндерҙе халыҡты, ә йырсыларыбыҙ Биҡҡужин Вәзих , Хәлимова Эльвира, Зәйнуллина Миңнира тамашасыны берсә моңландырып, берсә уйландырып та алды. Һөйөндөкова Рәмзиә башҡарыуында “Бишбармаҡ” бейеүе лә халыҡҡа бик оҡшаны. Ғәҙелшина Дания һәм Сурбаева Райханың сығышы бик матур булды. Ә килгән ҡунаҡтарҙан Саньяров Азаматтың йырҙарын, Биҡҡужина Гөлсиәнең шиғырын халыҡ көслө алҡыштарға күмде! Афарин ,ауылдаштарым ,беҙ бергә ,беҙ берҙәм!Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың изге теләктәре тормошҡа ашһын – 2024 йыл беҙгә тыныслыҡ ,ғәилә именлеге, таҙалыҡ,уңыштар ғына алып килһен!