Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Беседа “Блокадный хлеб”

Бөйөк Ватан һуғышындағы 900 көн дауам иткән Ленинград блокадаһын өҙөүгә 80 йыл тулды. 1944 йылдың 27 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Ленинград ҡалаһын тулыһынса фашистарҙан азат итә. Тарихтағы ошо иҫтәлекле көнгә бағышлап Үрге Төкөн ауыл клубында “Блокада икмәге ” тураһында һөйләшеү булды.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының ауырлығы, балаларҙың да ололар менән бер рәттән төрлө эш башҡарыуы, Ленинград блокадаһы тураһында иҫкә төшөрҙөк. Дошман ҡамауында ҡалған ҡала халҡының фиҙаҡәрлеге – 900 көнгә яҡын аслыҡта, һыуыҡта, ауыр шарттарҙа йәшәп, һуғыш һынауҙарын үтеүе, Ленинградты ҡотҡарған совет ғәскәрҙәренең ҡаһарманлығы тураһында һөйләштек.
“Блокада икмәге” – арыш онона көрпә, ағас онтағы, ҡарағай ҡайырыһы, обой туҙаны, гидроцеллюлоза ҡушып бешерелгән икмәк. Бер кешегә ул тәүлегенә 125 грамм ғына бирелгән.