Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

День студентов

1755 йылдың 25 ғинуарында – Изге Татьяна көнөндә батшабикә Елизавета Петровна тарафынан илебеҙҙең беренсе ҙур уҡыу йорто – Мәскәү университетына нигеҙ һалына. Ошо көндән башлап студенттар уны үҙенең байрамы тип һанай, был көндө кисәләр, тантаналы саралар, күңел асыуҙар ойошторола.
2005 йылда байрам дәүләт кимәлендә рәсмиләштерелеп, Президент Владимир Путин 25 ғинуарҙы Рәсәй студенттары көнө итеп билдәләү Указына ҡул ҡуя. Кем ҡасандыр студент булған йәки бөгөн ошо исемде йөрөтә икән, тимәк был байрам – тап һеҙҙең өсөн!
Белем алыусыларға уҡыуында уңыштар, сессия ваҡытында зирәклек һәм отҡорлоҡ, дуҫтарының ышаныслы, тоғро һәм ярҙамсыл булыуын теләйбеҙ!
Йәшлек дәрте һәр саҡ йөрәктәрегеҙҙә янһын! Үрге Төкөн ауылы клубында студент көнөнә арналған күңелле лә, шул уҡ ваҡытта бер аҙ моңһоу ҙа сара булды. Моңһоу, сөнки студент йылдары кире ҡайтмай, тик матур ,яҡты иҫтәлектәре менән күңелдәрҙә һаҡлана. Сараға килеүселәр студент саҡтарын иҫкә алып бик матур хәтирәләре менән бүлеште.
#ППМИ2024ВерхнийТюкуньКармаскалинскийрайон