Прибельский сельский Многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ПРИБЕЛЬСКИЙ МОДЕЛЛЕ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы
районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Прибельский, ул.Ленина 6
тел. +7 (347-65) 2-84-90; e-mail: pribelskjsdk@mail.ru

Праздник валенков

Президентыбыҙ тарафынан иғлан иткән “Ғәилә йылы” уңайынан,”Айыҡ ауыл ” конкурсы сиктәрендә лә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау ,боронғо йолаларҙы тергеҙеү маҡсаты менән Үрге Төкөн ауылында “Быйма байрамы ” уҙғарылды. Ауыл кешеһе өсөн быйма ябай әйбер түгел.Үҙе уңайлы,үҙе йылы- сатлама һыуыҡтарҙа ауыл халҡы тик быймала йөрөй. Матурлығы менән дә затлы итектәрҙән бер ҙә ҡалышмай.
Байрамға Түбәнге Төкөндән ҡунаҡтар килде.Уларҙы сәләмләп “Мәләш ” ансамбле “Балан ” йырын башҡарҙы. Шулай итеп ике команда “Быймалар” -Үргеләр,” Быймаға -Дан” -Түбәнгеләр командалары көс һынашты .Байрамға килеүселәрҙең быймаларын күрһәгеҙ! Ниндәй генә быйма юҡ ине! Төймәле лә, сәскәле лә, сигеүле лә ,мунсаҡлы ла ,бик матур ,үҙенсәлекле итеп биҙәлгән быймалар!.Ысынлап та затлы итектәрең ары торһон!”Иң татур быйма” конкурсына лайыҡлы быймалар бихисап!
Алып барыусыбыҙ Сажидә Вәлийән ҡыҙы ;Йылы,йомшаҡ быймаларҙы һәр кем кейеп үҫкән. Әле лә быймаға ихтыяж ҙур, олоһо ла ,кесеһе лә быйма кейә. Бына ошо аяҡ кейеменә мәдхиә йырлап ,уны ҙурлап “Быйма байрамына ” йыйылдыҡ ,тип башлап ебәрҙе. :Быйма тотоп йүгереү ,Быйма ырғытыу, Арҡан тартыу,-кеүек ярыштарҙа командалар етеҙлеген күрһәттеләр. Тыштағы уйындар тамамланғас, сара клуб эсендә дауам итте. Ике команданың да йырлы -бейеүле сығыштары халыҡ күңеленә хуш килде.
Ҡунаҡтарыбыҙ Гөлназ, Әлфиә , Фәнүзә апайҙарҙың йырҙарын , Миңниса апаның гармун моңдарын тамашасылар көслө алҡышланы.Афарин ,апайҙар!. Эльвира Хәлимованың дәртле йырҙары ла халыҡ күңеленә хуш килде.Ә иң ҡыҙығы таҡмаҡ әйтеш булғандыр, ике команда ла береһенән- береһе шәп таҡмаҡтар әйттеләр. Бәйге булғас еңеүсеһе лә була инде. Иң күп мәрәй йыйып “Быймаға -Дан” командаһы алға сыҡты.Сарабыҙ хуш еҫле сәй эсеү менән тамамланды.Был байрамдан күңелдәргә дәрт,дарман алып таралыштыҡ.